«Башҡорт теле көнө» тигән мауыҡтырғыс тематик сара

Декабрь 14, 2025 Просмотров: 93
Бөгөн мәктәптә 6 11 гә тиклемге кластар өсөн «Башҡорт теле көнө» тигән мауыҡтырғыс тематик сара ойошторолдо.
Был көн мәктәп стеналарында башҡорт теленең ҡеүәтле йәнле моңо таралды. Уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм мәғлүмәтле сара ойошторолдо. Унда милли телдең бай тарихы, күп ҡатламлы мәғәнәләре һәм донъялағы урыны тураһында һөйләнелде.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — Тимерханова Лилиә Сәғит ҡыҙы — уҡыусыларға башҡорт теленең тәрән серҙәрен асты. Ул милли телебеҙҙең байлығы, һүҙлек составының күплелеге, грамматик төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе.
Лилиә Сәғит ҡыҙының һөйләгәне буйынса, башҡорт теле — туғанлыҡтың, тарихтың һәм рухилыҡтың теле. Ул йәштәрҙе милли мәҙәниәткә яҡынлаштырыу, телебеҙҙе һаҡлау һәм үстерү мөһимлеген билдәләне.
Шулай уҡ, мөғәллим телебеҙҙе өйрәнеүселәр араһында бик күп талантлы кешеләр барлығын, полиглоттарҙың башҡорт телен өйрәнергә тырышыуын әйтте, телебеҙҙең ғәзизлеген, уның һәр һүҙендә — ата бабаларҙың рухы, халыҡтың йөрәге барлығын күрһәтте.
Был сара уҡыусыларҙың йөрәгендә башҡорт телен ихтирам итеү һәм һаҡлау теләге уянатырға ярҙам итәсәк.
Башҡорт теле — беҙҙең рухи байлығыбыҙ, ата бабаларыбыҙҙан ҡалған бәхетле мираҫ!
#БашҡортТелеКөнө
#ДеньБашкирскогоЯзыка