башҡорт шағиры Фаҡиһа Туғыҙбаеваның туыуына 75 йыл тулыуына арнаған махсус тематик дәрестәр

Декабрь 11, 2024 Просмотров: 131
Бөгөн беҙҙең мәктәптә башҡорт теле көнө айҡанлы өлкән класс уҡыусылары өсөн билдәле башҡорт шағиры Фаҡиһа Туғыҙбаеваның туыуына 75 йыл тулыуына арнаған махсус тематик дәрестәр уҙғарылды. Дәрестәрҙең маҡсаты – уҡыусыларҙың милли үҙәктәге фекерләүен, туған телгә, мәҙәниәткә һәм матур әҙәбиәткә булған мөхәббәтен үҫтереү. Фаҡиһа Туғыҙбаеваның әҙәби мираҫын асыҡлау һәм шулар аша илебеҙҙең мәҙәниәтен һәм телен пропагандалау.
Дәрестәрҙә Фаҡиһа Туғыҙбаеваһының әҫәрҙәре, тормош юлы һәм ижады тураһында фекер алышып, уҡыусылар өсөн милли әҙәбиәтебеҙҙең әһәмиәте тураһында һөйләнелде. Уҡытыусы уҡыусыларҙы уның эсендә йәшәгән күңел мираҫы менән таныштырып, уларҙы мотивациялап, башҡорт телен, милли традицияларыбыҙҙы хөрмәт итергә өндәне.
Уҡыусылар Фаҡиһа Туғыҙбаеваның һәләтен һәм шәхси йүнәлешен өйрәнеп, уның яҙмаларында булған саф һәм ҡиммәтле башҡорт теленең байлығын раҫланылар.

#башҡорттелекөнө2024 #деньбашкирскогоязыка2024