Класс сәғәте Йәлдәк ырыуы башҡорттарына арналган

Декабрь 10, 2024 Просмотров: 2
Бөгөн мәктәптә башҡорт теле көнөнә бағышланған класс сәғәте бик ҡыҙыҡлы һәм мәғәнәле үтте. 8-9-сы кластар өсөн ойошторолған был сарала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Сәғит ҡыҙы уҡыусылырға Йәлдәк ырыуы башҡорттары, уларҙың тарихы һәм мәҙәниәте тураһында мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр еткерҙе.
Лилиә Сәғит ҡыҙы Йәлдәк ырыуынан сыҡҡан билдәле шәхестәр менән таныштырып, уларҙың ҡаҙаныштарын һәм йәшәгән ваҡытында башҡарған хеҙмәт батырлыҡтарын, ҡылыҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның һүҙҙәре уҡыусыларҙың үҙ милләте һәм туған теленә булған ғорурлығын арттырҙы.
Класс сәғәтендә башҡорттарҙың тиңлеген һаҡлау ни ҡәҙәр мөһим икәнен, башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү, уның диалекттары тураһында күберәк белеү – бөтәһе лә милләтебеҙҙе үҫтереү өсөн әһәмиәтле булыуы асыҡланды.
#башҡорттелекөнө2024 #деньбашкирскогоязыка2024